Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ата-әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләү указына ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, дүрт ғаилә дәүләт наградаһына эйә булды. Улар – Белореттан Зарубиндар, Ҡыйғынан Ғәйнановтар, Октябрьскиҙан Миңнулиндар ғаиләләре һәм Бөрйәндән Хәбир Мырҙабаев. “Ата-әсәлек даны” миҙалы лайыҡлы балалар тәрбиәләгән, матур тормош алып барған парҙарға тапшырыла.







