Республикала үҙмәшғүлдәр һәм эшҡыуар булырға теләгәндәр өсөн уҡытыу программаһы ойошторола. “Идара итеүҙең 7 баҫҡысы” тигән курс 12 июлдән 25 авгусҡа тиклем уҙғарыла. Эксперттар бизнес алып барыу тәжрибәһе менән уртаҡлаша, һорауҙарға яуап бирә. Программаны онлайн күҙәтергә мөмкин, шулай уҡ Өфөлә Маркетинг мәктәбендә үткәрелә. Курстарҙа ҡатнашыу өсөн алдан теркәлергә кәрәк, тип хәбәр итәләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.







