Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы бара

Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы дауам итә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мәрхәмәтлек сараһы 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Акция барышында ауыр тормош хәлендә булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары, кейем йыйыла. Улар район һәм ҡалаларҙа “Ғаилә” үҙәктәрендә ҡабул ителә. Сарала ойошмалар, эшҡыуарҙар һәм айырым кешеләр әүҙем ҡатнаша. Былтыр 13 миллион һумлыҡ төрлө әйбер тупланған. 11 мең ярым балаға мәктәпкә йыйынырға ярҙам ителгән.

Фото №1 - Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы бара
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ