Бөрйән районы һәм Абхазияның Гагра районы килешеү төҙөнө

Бөрйән районы һәм Абхазияның Гагра районы килешеү төҙөнө. Документҡа ярашлы, ике төбәк туризм йүнәлешендә хеҙмәттәшлек итәсәк. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов әйтеүенсә, килешеү тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн мөһим.

Бөрйән районы һәм Абхазияның Гагра районы килешеү төҙөнө

Мәләүез районы һәм Абхазияның Очамыр районы ла хеҙмәттәшлек итергә килеште. Ҡара диңгеҙ буйынан рәсми делегацияның Башҡортостанға сәфәре бөгөн тамамлана.

Фото №1 - Бөрйән районы һәм Абхазияның Гагра районы килешеү төҙөнө

Абхазия вәкилдәре Бөрйәндә “Шүлгәнташ” музейы һәм мәмерйәһендә булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Абхазия президенты Аслан Бжания тарихи-мәҙәни музей комплексын ҡараны. Ул уҙған аҙнала тантаналы шарттарҙа рәсми асылды. Аслан Бжания музейҙы юғары баһаланы, абхаз халҡына Шүлгәнташ мәмерйәһе, Башҡортостан тәбиғәте тураһында һөйләргә вәғәҙәләне. 

ххххххх

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ