Баш тәфтишсе Әбйәлил районындағы йәйге лагерҙа ҡыҙ баланы йәберләү осрағын шәхси контролгә алған

Социаль селтәрҙә бүлмәләш ҡыҙҙарҙың тартҡылашыуы тураһында видеояҙма таралғайны. Күңелһеҙ күренеш Магнитогорск металлургия комбинатына ҡараған йәйге лагерҙа булыуы билдәле.

Учреждение Әбйәлил районы биләмәһендә урынлашҡан. Александр Бастрыкин Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты идаралығы етәксеһе Денис Чернятьевҡа тикшереү барышы тураһында мәғлүмәт бирергә ҡушҡан һәм осраҡты шәхси контролгә алыуын белдергән.

Фото №1 - Баш тәфтишсе Әбйәлил районындағы йәйге лагерҙа ҡыҙ баланы йәберләү осрағын шәхси контролгә алған

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ