Игорь Пантюшин баш ҡаланың Ленин һәм Октябрь райондарында төҙөлгән күп фатирлы йорттарҙы ҡарап сыҡты. «Арбат» һәм «Энтузиастовтарҙағы йорт» торлаҡ комплекстарындағы эш барышы күҙәтеүгә алды. Проект буйынса улар 2022 йылдың 4-се кварталында сафҡа индерелергә тейеш.
Әлеге ваҡытта йорттар ни бары 50-80 процентҡа ғына әҙер тип хәбәр итә прокуратураның матбуғат хеҙмәте. Төҙөлөш барышы прокурорҙың шәхси контролендә. Республика Прокуроры, алданған өлөшсөләр булмаһын өсөн төҙөлөш барышын билдәләнгән мөҙҙәттә тамамлау кәрәклеген билдәләне.




