Иртәгәнән төрлө ҡоралдарҙан атыу, тактика буйынса әҙерлек башлана. Урында шулай уҡ егеттәрҙе хәрби һөнәрҙәре буйынса һайлап алыу үткән. Яңы тапшырылған хәрби машиналарға механик водителдәр тәғәйенләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй геройы гвардия майоры Александр Достовалов исемендәге батальон республика егеттәренән тупланған икенсе хәрби берәмек. Улар Шайморатов исемендәге батальон менән берлектә Рәсәй Ҡораллы көстәре составында Украинаны ҡоралһыҙландырыу һәм фашизмдан таҙартыу буйынса махсус операцияла ҡатнашыу өсөн Донбасс еренә юллана.
Рафиҡ Әхмәтшин







