Президент кортежы өсөн деталдәр эшләгән ойошма алдында яңы мөмкинлектәр асыла

Өфөнөң «Индукция машиналары» предприятиеһы бер йыл дауамында “Аурус” автомобиленең детәлдәрен ҡыҙҙырып нығыта. Көнбайыштың санциялары ойошмаға яңы мөмкинлектәр аса, хәҙер улар Белоруссияның ҙур компанияларын станоктар менән йыһазландырасаҡ. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Был ҡоролма Камаз машиналары төҙөлөшөндә ҡулланыла торған деталдәрҙе термик ысул менән эшкәртеп уларҙың сифатын күтәрә. Айына ул 40 мең деталде эшкәртеү ҡеүәтенә эйә. «Индукция машиналары» предприятиеһы метал һәм ток үткәреүсе әйберҙәрҙе термик эшкәртеү буйынса индукция ҡоролмалары етештереү менән шөғөлләнә. Улар ярҙамында автомобиль төҙөү, оборона, ауыл хужалығы тармағында ҡулланыла торған деталдәрҙең хеҙмәт итеү ваҡыты оҙайтыла.  

Бындай станоктарҙы эшләү өсөн бер ай тирәһе, яңы уйлап табылған ҡоролмалар булһа – өс айҙан ярты йылға тиклем ваҡыт талап ителә. Был тармаҡта килеп сыҡҡан яңылыҡтарҙы күҙәтеп кенә ҡалмайбыҙ, заманса ысулдарҙы ла үҙләштерәбеҙ.

Александр Чепайкин, баш инженер

Төҙөлөштә, йөк күтәреүҙә ҡулланыла торған сынйырҙарҙың сифатын күтәреү маҡсатында уларҙы термик ысул менән эшкәртеү мөһим. Әгәр быға тиклем тимерҙе сыныҡтырыу өсөн мейес ҡулланылһа, хәҙер күпселек етештереүселәр махсус станоктарҙы һайлай. Улар сыныҡтырыу процесын бер тигеҙ башҡарарға һәм һәр этабын ентекле тикшерергә мөмкинлек бирә. Бындай станокты эшләү өсөн яҡынса өс ай талап ителә, йылына иһә 20 ҡоролма етештерелә.

Ҡоролманың бейеклеге, деталдәрҙең тиҙлеге – барыһын да дөрөҫ иҫәпләп сығарыу, станоктарҙың проектын төҙөү менән айырым бүлек шөғөлләнә. Һуңғы арала күпселек заказсылар ҡатмарлы техник бурыстар ҡуя, ти инженер-конструкторҙар

Әле һынауҙар үткәреү бүлмәһендә автомобиль рессорҙарын ҡыҙҙырыусы ҡорамалдар тикшерелә. «Индукция машиналары» ойошмаһы илдең автомобиль сәнәғәтен станоктар менән йыһазландыра. Маҡсат – Белоруссияның автомобиль етештереүсе ойошмалары менән килешеүҙәр төҙөү.

Әле беҙҙең ойошма өсөн баҙарҙа күп мөмкинлектәр асыла. Рәсәйҙең автомобиль етештереү тармағының ҙур предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Яңыраҡ Белоруссия концерны менән дә осрашыу үтте. Заказдарҙы ваҡытында эшләп биреү өсөн киңерәк майҙан кәрәк. Был бинала тар була башланы.

Марат Закиров, «Индукция машиналары» предприятиеһы директоры

Яҡын киләсәктә Белоруссияға республикабыҙҙа етештерелгән станоктар һәм металл эшкәртеү ҡорамалдары оҙатыла башлаясаҡ. Шулай уҡ «Индукция машиналары» предприятиеһы яңы инвесторҙар йәлеп итеү һәм дәүләттән ярҙам алыу юлдарын эҙләй.

Фото №1 - Президент кортежы өсөн деталдәр эшләгән ойошма алдында яңы мөмкинлектәр асыла
Башбат

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ