Өфөлә табиптар өсөн велоуҙыш ойошторолдо

Сәләмәт тормошҡа. Өфөлә табиптар өсөн велоуҙыш ойошторолдо. Сарала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм штаттан тыш баш белгестәр ҡатнашты. Велоколоннаны республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин етәкләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем йәмәғәт ойошмалары туристар өсөн баш ҡаланың күренекле урындары буйлап веломаршрут төҙөү башланғысы менән сығыш яһағайны. Ҡала Хакимиәте идеяны хуплап сығыу менән, проект тормошҡа ашырыласаҡ.

Саф һауала веосипедта йөрөү башланғысы менән беҙҙең министрлыҡ сығыш яһаны. Үҙ миҫалыбыҙҙа сәләмәт тормош файҙаһын күрһәтергә теләйбеҙ. Беҙҙең чиновниктар ҙа, табиптар ҙа спорт менән шөғөлләнә. Сара ғүмер оҙонлоғо буйынса маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшергә ярҙам итер, тигән ышаныстабыҙ.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры
Фото №1 - Өфөлә табиптар өсөн велоуҙыш ойошторолдо

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ