«Һин барыһынан да яҡшыраҡ »

Билдәле прозаик, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзаһы Динә Гаврилованың Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән китабы шулай тип атала.

Яңы баҫма Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала киң йәмәғәтселеккә тәҡдим ителде. Әҙәби осрашыуға яҙыусы ижадын һөйөүселәр, ҡәләмдәштәре һәм журналистар йыйылды. Бишбүләк районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Башҡортостандағы сыуаш ауылы тураһындағы дилогия авторы. 

Романда уҙған быуаттың 30-сы йылдарынан 70-се йылдарға тиклем ваҡыт арауығында ябай сыуаш ғаиләһе тарихы һүрәтләнә. Үҙенең геройҙары менән булған хәл-ваҡиғалар аша яҙыусы ил һәм халыҡ яҙмышы, ҡатын-ҡыҙ бәхете, йәшәү мәғәнәһе кеүек мәңгелек төшөнсәләр тураһында уйлана. Яңы китабын тыуған Башҡортостан ерендә ҡулға алыуын яҙыусы ижади тормошоноң сағыу бите тип ҡабул итә.      

«Һин барыһынан да яҡшыраҡ» романы Динә Гаврилованың ғаилә сагаһының икенсе өлөшө. Бер нисә йыл элек билдәле яҙыусы һәм тәржемәсе Дамир Шәрәфетдинов китаптың ике томын да башҡорт теленә лә тәржемә иткәйне. Әҫәр «Ағиҙел» һәм «Ватандаш» журналдарының бер нисә һанында баҫылып сығып, уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. 

Китабымды Өфөлә сығарып Башҡортостан миңә ижадымды хуплау мөһөрө ҡуйған кеүек булды. Мин быға бик шатмын. Сөнки Башҡортостан һәр ваҡыт минең йөрәгемдә. Йәшәгән тыуған ерем менән рухи бәйләнештәр нығыраҡ була барыуын тоям.

Динә Гаврилова, яҙыусы, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы
Фото №1 - «Һин  барыһынан  да  яҡшыраҡ »

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ