Тарихи дата айҡанлы комбинатта заманса етештереү линияһы файҙаланыуға тапшырылды, ә Белоретта йыһазландырылған һыу инеү урыны, «Паровоз» монументы, скалодром асылды, мәҙәни саралар ойошторолдо. Металлургтар ҡалаһында йәшәүселәрҙең шатлығын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та уртаҡлашты. Эш сәфәренең төп темалары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Белорет металлургия комбинатында тарихи ваҡиға. 1969 йылдан эшләгән Ҡорос сүс етештереү цехында яңы линия файҙаланыуға тапшырыла. Заманса ҡоролмаларҙың һәр береһе диаметрына ҡарап йылына 13 мең тоннаға тиклем продукция етештереү ҡеүәтенә эйә. Яңы линия тирә яҡ мөхиткә лә зыян килтермәй.
Ҡорос сүс етештереү комбинаттың иң ҙур цехтарының береһе. Бында 600-ләп кеше эшләй. Заманса линия ҡул хеҙмәтен кәметә, эш сифатын яҡшырта.
Хужалар билдәләүенсә, бай тарихлы Белорет комбинаты үҙ традицияларына тоғро ҡала. Предприятие илдең сәнәғәт ҡеүәтен һаҡлай.
Белорет металлургия комбинатының тарихы ҡала яҙмышы менән бергә үрелгән. Төбәктәге һәр ғаиләнең биографияһы данлыҡлы завод менән бәйле. Шуға күрә юбилей саралары ла уртаҡ. Тарихи дата айҡанлы ҡалала бер нисә объект та асылды. Халыҡ иң көтөп алғаны йыһазландырылған һыу инеү урыны. Ҡала йылға буйында ултырһа ла, ошоға тиклем махсус ял биләмәһе булмай. Хәҙер иһә пляжда рәхәтләнеп һыу инергә, ял итергә мөмкин.
Тағы ла иҫтәлекле ваҡиға паровоз монументын асыу менән бәйле. Тимер юл буйында урынлашҡан Белорет өсөн был ябай транспорт сараһы ғына түгел, ә ҡаланың йөҙөн, ерле халыҡтың көнитмешен билдәләүсе техника.
Бөгөн файҙаланыуға тапшырылған тағы ла бер объект – «Металлург» стадионындағы ҡаяға үрмәләү комплексы. Белоретта был спорт төрө киң үҫеш алған. Әле 50-гә яҡын бала ҡаяға үрмәләү менән шөғөлләнә, күрһәткестәр ҙә юғары.
260 йыллыҡ оло юбилейын билдәләгән Белорет ҡалаһы һуңғы йылдарҙа яңырыу осоро кисерә. Төбәктә тиҫтәгә яңын күләмле төҙөлөш бара.
Күләмле төҙөлөштәрҙең береһе мәғариф тармағында бара, Белоретта киләһе уҡыу йылына яңы, заманса белем усағын файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.
Белорет ҡалаһы һәм металлургия комбинатының 260 йыллығына арналған байрам саралары көнө буйы дауам итә. Бай йөкмәткеле концерт программаһы ла, милли уйындар ҙа, спорт ярыштары ла ҡаралған. Сөнки белореттар тарихи юбилейҙы юғары ҡаҙаныштар, хеҙмәт уңыштары, яҡшы кәйеф, оло маҡсаттар менән ҡаршы ала!




