Рәсәй Хөкүмәте сит илдәрҙән индерелгән автомобилдәргә мотлаҡ талаптарҙы ваҡытлыса ғәмәлдән сығарҙы

Тейешле күрһәтмәгә хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Транспорт сараһын Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында теркәү өсөн хәҙер ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн ЭРА-Глонасс ҡоролмаһы менән йыһазландырыу мотлаҡ талап ителмәй.

Был сара Рәсәй етештереүселәренең көнбайыш санкцияларына бәйле ваҡытлыса ауырлыҡтар кисереүе менән бәйле раҫланған. Айырым алмаш өлөштәрҙе тәьмин итеүҙә ҡыйынлыҡтар күҙәтелә. Ябайлаштырылған теркәү тәртибе 2023 йылдың 1 февраленә тиклем ғәмәлдә ҡала. Был мөҙҙәт эсендә етештереүселәр тейешле логистика селтәрен яңынан ҡорорға һәләтле.

Фото №1 - Рәсәй Хөкүмәте сит илдәрҙән индерелгән автомобилдәргә мотлаҡ талаптарҙы ваҡытлыса ғәмәлдән сығарҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ