Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш – Федоровка трассаһын өлөшләтә ремонтлау сентябргә тамамланасаҡ

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, бында 3 километрҙан ашыу юл яңыртыла.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, ремонт эштәре өсөн 45 миллион һум аҡса бүленгән. Әлеге автомобиль юлы өс муниципаль районды транспорт һәм хужалыҡ бәйләнеше менән тәьмин итә. Шуға ла ул мөһим стратегик әһәмиәткә эйә. 

Фото №1 - Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш – Федоровка трассаһын өлөшләтә ремонтлау сентябргә тамамланасаҡ
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ