Кушнаренко районы Байталлы ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте

Ауылға нигеҙ һалыныуҙың 315 йыллығы уңайынан ойошторолған сараны асыу тантанаһында райондың Рәсмәкәй ауыл советы етәксеһе ауылдаштарға сәләмләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итеп, байрамда ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтеүселәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Майҙанда халыҡ уйындары һәм спорт бәйгеләре лә ойошторолғайны. Байрамда ҡатнашыусылар көршәк ватыу,  көйәнтә менән йүгереү, бүрәнәгә күтәрелеү  кеүек бәйгеләрҙә көс һынашты. Батырҙар көрәше һәм ат сабышы мәжлестең иң сағыу тамашаһына әүерелде. Байрам сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Фото №1 - Кушнаренко районы Байталлы ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ