Республикала һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтар артыуы күҙәтелә

Республикала һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтар артыуы күҙәтелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, йыл байышан 24 кеше һыу ҡорбаны булған. Халыҡҡа йылға-күл буйҙарында ял иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыралар. Ваҡиғаларҙың күбеһе Рөхсәт ителмәгән урында йәки эскән килеш һыу инеү арҡаһында теркәлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләй.

Фото №1 - Республикала һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтар артыуы күҙәтелә

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республикала эҫе көндәр һаҡлана. Халыҡ күпләп йылға-күл буйҙарында ял итә. Шуға һыу буйында айырыуса һаҡ булырға кәңәш ителә.

Республикала һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтар артыуы күҙәтелә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ