Башҡортостанда “Оҙон ғүмерлелек. Туризм” программаһы буйынса республика буйлап 42 тур тәҡдим ителә. Быйыл ул 10 мең ҡатнашыусыға иҫәпләнгән. 60 йәше тулған ир-егеттәр, 55 йәште үткән, шул иҫәптән ваҡытынан алда пенсияға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла. Башҡортостан буйлап йылына бер тапҡыр бушлай сәйәхәткә сығырға мөмкин. Программала трансфер, страховка, маршрут буйынса 8-10 сәғәтлек экскурсия тәҡдим ителә. Сәйәхәт алдынан долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм уңайлы дата, машрутты һайларға кәрәк. Район йәки ҡала хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итергә була.







