Республикала ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаны аталды

Республикала ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаны аталды. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса Башҡортостанда 4 миллион кеше йәшәй. Уларҙың 2 миллион 121 меңе – гүзәл зат вәкиле, 1 миллион 881 меңе – ир-егет. Быйыл эшкә һәләтле халыҡ һаны 42 мең кешегә артҡан. Улар араһында көслө зат вәкилдәре күберәк. Рәсәйҙә 147 миллион 200 мең кеше иҫәпләнә. 2010 йылғы йәниҫәп менән сағыштырғанда халыҡ һаны 2 миллион кешегә артҡан.

Фото №1 - Республикала ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаны аталды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ