Радий Хәбиров Баҡалылағы ҡот осҡос аварияны шәхси контролгә алды

Радий Хәбиров Баҡалылағы ҡот осҡос аварияны шәхси контролгә алды. Башҡортостан Башлығы бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шул турала белдерҙе. Баҡалы ауылында юл-транспорт ваҡиғаһында студент ҡыҙҙарҙың ғүмере өҙөлә. 23 йәшлек егет ҡаршыға килгән 4 кешене бәрҙерә. Радий Хәбиров ваҡиғаны ентекле тикшерергә һәм ведомство-ара комиссия йыйырға ҡушты.

Радий Хәбиров Баҡалылағы ҡот осҡос аварияны шәхси контролгә алды

Баҡалы ауылында фажиғә бөгөн иртән теркәлә. 23 йәшлек водитель егеттең иҫерек булыуы асыҡланған. Аварияла үлгән ҡыҙҙарға 17, 18 һәм икеһенә 19 йәш булған. Әле тикшереү эштәре дауам итә. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Фото №1 - Радий Хәбиров Баҡалылағы ҡот осҡос аварияны шәхси контролгә алды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ