Өфөлә киләһе аҙнала Пугачев урамы ябыла

Өфөлә киләһе аҙнала Пугачев урамы ябыла. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Геофизиктар урамынан Бородин урамына тиклем булған өлөштә ремонт башлана. Шуға бәйле 25 июлдән транспорт хәрәкәте сикләнә. Халыҡ өсөн урау юл төҙөлдө. Ул Геофизиктар, Һынаусылар һәм Бородин урамдары аша үтә. Урау юлдың оҙонлоғо 3 километр. Ремонт 2024 йылдың июленә тиклем дауам итә. Пугачев урамын реконструкциялау Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан башҡарыла.

Фото №1 - Өфөлә киләһе аҙнала Пугачев урамы ябыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ