Бөгөн республика райондарында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” уҙа. Бүздәк районында йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, данлыҡлы шәхестәре, уңған халҡы менән танылған Урҙайбаш ауылында уҙған байрам “Атайсал” проекты буйынса ойошторолған. Арыҫлан ауыл биләмәһе башлығы Вәкил Хафизов һөйләй.







