Шаранда “Еләкле ил” исемле республика фестивале була. Сарала фермерҙар һәм баҡсасылар үҙҙәре үҫтергән емеште тәҡдим итә. Шаранда баҡса еләген үҫтереү менән 15 эшҡыуар һәм 200-ҙән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ шөғөлләнә. Дөйөм тырышлыҡ менән улар 230 гектар ер эшкәртә. Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Альберт Минлин һөйләй.
Шаранда “Еләкле ил” республика фестивале был шәмбе, 23 июлдә, үтә.







