Шаран районы Йәрәмкә ауылында һыу торбалары яңыртылды

Шаран районы Йәрәмкә ауылының Сабит Сәлихов урамында һыу торбалары яңыртылды. Сара “Реаль эштәр” программаһына ярашлы башҡарылды. Быға тиклем һыуҙы ситтән килтергәндәр. “Эш барышында ауыл халҡы айырыуса тырышты, төрлөсә ярҙам иттеләр”, - ти Йәрәмкә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ләйсән Ғибатова.

Шаран районы Йәрәмкә ауылында һыу торбалары яңыртылды

“Реаль эштәр” проекты 2015 йылдан ғәмәлдә. Уға ярашлы,  Республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында 7 меңдән ашыу эш башҡарылды. Йыл аҙағына тиклем  проектҡа 245 миллион һум аҡса йүнәлтелә.

Фото №1 - Шаран районы Йәрәмкә ауылында һыу торбалары яңыртылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ