Башҡортостанда 1-се класҡа яҙылыуҙың икенсе этабы бара. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша документ ҡалдырырға була. Атай-әсәйҙәр теләгән мәктәпкә ғариза ебәрә ала. Документтар 5 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Яңы уҡыу йылында 1-се класҡа урындар тураһында мәғлүмәт һәр мәктәптең рәсми сайтында урынлаштырылырға тейеш. Быйыл Башҡортостанда 59 меңдән ашыу бала тәүге тапҡыр парта артына ултыра.




