Республика халҡынан мөрәжәғәттәр арта

Уҙған аҙнала “Республика менән идара итеү, “Инцидент-менеджмент” системаларына һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” платформаһына граждандарҙан 4 мең 337 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Был алдағы аҙнанан 233 мөрәжәғәткә күберәк. Ошо турала Хөкүмәттә үткән ултырышта белдерелде. Һорауҙарҙың күбеһе йәмәғәт биләмәләрен, йорт алдарын, балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтарҙы тәртиптә  тотоу, юлдар торошо, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексына ҡағыла. Халыҡты социаль пособиелар, һаулыҡ һаҡлау, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу мәсьәләләре лә борсой.

Фото №1 - Республика халҡынан мөрәжәғәттәр арта
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ