Быйыл “Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” конкурсы даирәһе киңәйә

Быйыл “Башҡортостан республикаһының хеҙмәт династиялары” конкурсының даирәһе  киңәйә. Унда ҡаралған йүнәлештәр  арта. Был турала Хөкүмәт ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, был саралар “Һөнәри белем өлкәһен модернизациялау, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы”на ярашлы уҙа. Хөкүмәт рәйесе билдәләүенсә, әле колледждарҙың уҡыу-етештереү базаһы яңыртыла. Быйыл 6 мәғариф ойошмаһында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған 12 оҫтахана асыла. Хеҙмәт династиялары – һайлаған һөнәргә тоғролоҡ, традицияларҙың күсәгилешлеген һаҡлау миҫалы булып тора.

Фото №1 - Быйыл “Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” конкурсы даирәһе киңәйә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ