Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Геофизиктар урамынан Бородин урамына тиклемге арауыҡта ремонт башлана. 25 июлдән бында транспорт хәрәкәте сикләнә. Әле хәрәкәт итеү өсөн урау юл һалынған. Ул Геофизиктар, Һынаусылар һәм Бородин урамдары аша үтә.
Урау юлдың оҙонлоғо 3 километр. Ремонт 2024 йылдың июленә тиклем дауам итә. Пугачев урамын реконструкциялау Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан планға ингән.







