Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы башланғысында Өфөнөң 450 йыллығына беренсе экскурсия веломаршруты һалынды.
Төрлө өлкә белгестәре ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап үтеп, ике тәгәрәмәсле транспорт сараһы йөрөй алырлыҡ уңайлыҡтарҙы барланы. Шулай уҡ туризм үҫешенә бәйле беренсе инфстраструктура маршруты ла һалынды. Әйткәндәй, ул илдең миллионлы ҡалалары араһындағы тәүге тәжрибә булып тора. Ҡатнашыусылар бейек бордюр, тротуар кеүек етешһеҙлектәрҙе лә асыҡланы.
Рафиҡ Әхмәтшин







