35 саҡрымға һуҙылған биләмә Шишмә һәм Өфө райондары сигендә урынлашҡан. Әле ләмдән таҙартыу эштәренә әҙерлек бара. Яр буйында йылғанан сығарылған сүп-сарҙы туплау өсөн махсус майҙансыҡтарға документтар юллана.
Экологтар Дим йылғаһы үҙәнен тәрәнәйтергә, йығылған ағастарҙан таҙартырға, һыуҙа батҡан тамырҙарҙы сығарырға иҫәп тота. Был саралар ағымды көсәйтергә, тирә-яҡ мөхиттең санитар хәлен, һыу сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса йылға төбөнән 145 мең кубометр ләм һәм 766 кубометр батҡан ағас сығарырға иҫәп тотола.
Рафиҡ Әхмәтшин







