Кесе Ватанды ҙурлап. Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылында «Атайсал» проекты сиктәрендә күләмле байрам ойошторолдо. Тыуған төйәктәге осрашыу йыр-моң менән үрелеп барҙы. Быға ауылдан бик күп талант эйәләре сығыуы сәбәпсе.
Улар республика мәҙәниәтенә хеҙмәт итеү менән бер рәттән, Кесе Ватанына ла һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Әлеге байрам да тап ауылдаштар хөрмәтенә ойошторолғайны. Әйткәндәй, «Атайсал» проекты сиктәрендә төбәктең Имәнлеҡул ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған өс ауыл да әүҙем тормош алып бара.
Азат Ғәлиуллин




