Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында «Ер ҡото» тип исемләнгән республика этномәҙәни фольклор фестивале үтте. Беренсе тапҡыр ойошторолған йыйында 50-гә яҡын халыҡ табибы, имләүсе ҡатнашты. Улар менән БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин осрашты.
Әбйәлил районының Айғырбатҡан яланы бер көнгә им-томсолар майҙанына әйләнде. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған халыҡ табиптары төрлө быуын кешеләрен ҡабул итте. Фәнзилә Ғәбитова баш ауыртыуға зарланғандарҙың мейеһен тикшереп, урынына ултыртты. Ул Урал аръяғында шулай уҡ билдәле эс һылаусыларҙың береһе.
«Ер ҡото» республика этномәҙәни фольклор фестивале төрлө өлкә халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеүселәрен бергә йыйҙы. Улар араһында ноҡот һалыусылар ҙа, ҡот ҡойоп, быуын ултыртыусылар ҙа бар ине. Улар үҙҙәренә күскән һәләтте әсә-өләсәһенә бәйләй.
Фестиваль ҡатнашыусы дарыу үләндәре менән эш итеүселәр айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Был шөғөл менән бөгөн күптәр шөғөлләнә. Ләкин үләндәрҙе ҡасан йыйырға, ниндәй шарттарҙа һаҡлауҙы күптәр белмәй тиерлек. Шуға күрә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте тарафынан үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуйған форум был йәһәттән дә үҙ маҡсатына иреште.
Тап улар халыҡ йәшәйешенә береккән дә инде. Быуындан-быуынға күсә килгән милли биҙәүес, аҫалы балаҫтар байрамдың айырым биҙәге булды.
«Ер ҡото» этнофестиваленең икенсе көнө Баймаҡ ерлегендә дауам итте. Сараның тап билдәле халыҡ табибы Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән Манһыр ауылында үтеүе лә осраҡлы түгел. Сөнки ошо ергә кешеләр илдең төрлө төбәктәренән шифа эҙләп килә. Был изге урында тирмәләр ҡоролдо, көнкүрештә даими ҡулланыла торған дауалауҙың төрлө төрҙәре буйынса оҫтаханалар эшләне.
«Ер ҡото» фестиваленең төп бурысы – үҫеп килгән быуын өсөн рухи байлығыбыҙҙы тапшырыу. Этнойыйын тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан халыҡ араһында киң танылыу яуланы. Күләмле сара ҡорбан ашы менән тамамланды.
Азат Ғәлиуллин




