Благовещен районында юл-партуль хеҙмәте экипаждары арттырылған

Инспекторҙар күпләп кеше ғүмере өҙөлгән участкала даими дежурҙа торасаҡ.

Статистиканан күренеүсә, «Өфө – Бөрө – Яңауыл» юлы республикала иң проблемалы йүнәлештәрҙең береһе. Һуңғы биш йылда Благовещен районы участкаһында теркәлгән аварияларҙа 91, быйыл ғына 9 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәбсеһе – водителдәрҙең билдәләнгән тиҙлек режимын боҙоуы. Аварияларҙы иҫкәртеү маҡсатында трассала инспекторҙар һанын арттырырға ҡарар ителгән.

Аварияларҙы кәметеү буйынса республиканың юл хужалығы идаралығы саралар планы әҙерләгән. Уға ярашлы, 2022 йылдың 15 авгусына тиклем трассала яңы юл билдәләрен, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик теркәү комплекстарын һәм өҫтәмә светофорҙар ҡуйыу күҙаллана. Хәүефле участкалағы проблеманы хәл итеү юлдары һуңғы арала уҙған Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һәм «Транспорт сәғәте»ндә лә тикшерелде.

Фото №1 - Благовещен районында юл-партуль хеҙмәте экипаждары арттырылған

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ