Башҡортостанда сүп-сарҙы алып сығыуҙы алдап күрһәткән өсөн аҡсалата шелтә була

Башҡортостанда сүп-сарҙы алып сығыуҙы алдап күрһәткән өсөн аҡсалата шелтә була. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа закон ҡабул ителде. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы күҙәткән “ТКО-Башҡортостан” системаһында ялған мәғлүмәт өсөн төбәк операторҙарына штраф һалына. Уның суммаһы 10 мең һумға тиклем етә. Ҡабаттан асыҡланған осраҡта өс тапҡырға күберәк була.

Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн төбәк операторҙары яуаплы. Башҡортостан дүрт биләмәгә бүленгән. Төбәк операторҙары ҡалдыҡтарҙы йыйыу, эшкәртеү һәм утилләштереү менән шөғөлләнергә тейеш. Ауыл һәм ҡалаларҙа контейнер майҙансыҡтарын булдырыу ҙа – төп талаптарҙың береһе. “Сүп реформаһы халыҡ өсөн көнүҙәк булып ҡала. Уны хәл итеүҙә етди ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк”, - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

Башҡортостанда сүп-сарҙы алып сығыуҙы алдап күрһәткән өсөн аҡсалата шелтә була
Фото №1 - Башҡортостанда сүп-сарҙы алып сығыуҙы алдап күрһәткән өсөн аҡсалата шелтә була
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ