Хәйбулла районында ҡара сиңерткә тарала. Әлеге көндә ҡоротҡостар Антингән ауылы янында күпләп күҙәтелә. Ҡара сиңерткә 800-ҙән ашыу гектар иген баҫыуы һәм 200 гектар сабынлыҡтарға зыян килтергән. Район хакимиәтенең Ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Ильмир Ҡотоев әйтеүенсә, ҡоротҡостар таралмаһын өсөн урында саралар күрелә.







