Башҡортостандан 110 кеше “iВолга” йәштәр форумында ҡатнаша

Башҡортостандан 110 кеше “iВолга” йәштәр форумында ҡатнаша. Йыйын Һамар өлкәһендә бөгөн башлана. Быйылғы форум “Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге” исеме аҫтында үткәрелә. Сара барышында йәштәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ярыштар, фестивалдәр, акциялар ойошторола. Форумда йәш авторҙар грантҡа дәғүә итә ала. Иң яҡшы проекттарға 500 мең һумғаса аҡса бирелә. Былтыр беҙҙең республика йәштәре 1 миллион 115 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды.

Фото №1 - Башҡортостандан 110 кеше “iВолга” йәштәр форумында ҡатнаша
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ