Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә архитекторҙарҙы уҡытыуҙы финанслау мөмкинлеген ҡарарға ҡуштыБаш архитекторҙарҙың һөнәри әҙерлеген һәм квалификацияһын күтәреү мәсьәләһе Башҡортостан һәм Өфөнөң архитектура йөҙөн билдәләүгә арналған кәңәшмәлә күтәрелде.
Осрашыуҙа тармаҡтың әйҙәүсе белгестәре һәм проектлау ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостан башлығы Өфөнөң 450 йыллығына арналған күләмле саралар, Евразия мәғариф һәм фән үҙәгенең вуз-ара кампусы, Евразия китапханаһы кеүек баш ҡалала төҙөләсәк мәҙәни-мәғариф учреждениеларының мөмкинлектәрен барланы.
Кәңәшмәлә шулай уҡ район-ҡалаларҙың үҫеш йүнәлештәре, заманса архитектура башланғыстары һәм ҡала төҙөлөшө өлкәһендә белгестәр әҙерләү мәсәьәләләре тикшерелде.
Рафиҡ Әхмәтшин




