Балалар уйын майҙансығы урынына – күп ҡатлы йорт нигеҙе

Өфөнөң Затон биҫтәһендә йәшәүселәр тамамланмаған төҙөлөштө ер менән тигеҙләүҙе талап итә. Ер биләмәһенең буш ятыуына ла бөгөн ике йылдан ашыу. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ханымдың Өфөнөң Затон биҫтәһендә йәшәй башлауына бер йыл. Яңы фатирға ла ғаилә ремонт эшләп инә. Ҡыҙғанысҡа, аҡсалар ғына һыуға һалына. Стеналар бөгөн ике яҡлап ярыла башлаған.

Ғөмүмән, ярыҡтар ҙа тик бер фатирҙа ғына күҙәтелмәй, ул тотош күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең уртаҡ проблемаһы. Быны улар йәнәш итеп тағы объектҡа нигеҙ һалыныуҙа күрә. Ә машина туҡталҡаһы, балалар майҙансығы һорауы һаманғаса асыҡ ҡала.

Ә парк тигәне йәшәгән урындан 10-15 минут самаһы атларға, ә бала менән тағы ла күберәк. Урындағы халыҡ күп ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөнә ҡаршы сығып, төрлө ведомстволарға хаттар яҙа, мөрәжәғәттәр ҡалдыра. Һөҙөмтәлә ҡала хакимиәте төҙөлөшкә рөхсәтте кире ала. Эш туҡтатыла. Биләмә ташландыҡ участкаға әйләнә. Инде ике йылдан ашыу бер нимә лә алып барылмай.

Шулай ҙа төҙөлөш компанияһы эште аҙағына тиклем алып барыу маҡсатында бер нисә ҡабат килеп тә ураған. Асыҡланыуынса, ойошма вәкилдәре чиновниктарҙы судҡа ла биргән, һөҙөмтәлә хакимиәттең төҙөлөшкә бирелгән рөхсәте үҙ көсөндә ҡала. Өфө ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, бөгөн эш ҡабат суд органдарында ҡарала. Әлегә ҡарар сығарылмаған.

Фото №1 - Балалар уйын майҙансығы урынына – күп ҡатлы йорт нигеҙе

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ