Ратмир Мәүлиев Пугачев урамын төҙөкләндереүҙе мөҙҙәтенән алда тамамларға ҡушты

Баш ҡаланың Төҙөлөш, юлдарҙы ремонтлау һәм яһалма ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндереү идаралығы етәксеһе Константин Паппе менән Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтовҡа шундай бурыс ҡуйылды.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Геофизиктар урамынан Бородин урамына тиклемге арауыҡта күләмле төҙөкләндереү эштәре 25 июлдән башлана. Хәрәкәт итеү өсөн урау юл һалынған. Ул Геофизиктар, Һынаусылар һәм Бородин урамдары аша үтә. Юлдың оҙонлоғо – 3 саҡрым.

Ремонт 2024 йылдың июленә тиклем дауам итә. Пугачев урамын төҙөкләндереү Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан планға ингән.

Фото №1 - Ратмир Мәүлиев Пугачев урамын төҙөкләндереүҙе мөҙҙәтенән алда тамамларға ҡушты

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ