Республика буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 һәм 15 йәшлек ике үҫмер вентилдәрҙе урлаған. Осраҡ Краснохолм йылылыҡ селтәрҙәре предприятиеһы биләмәһендә теркәлгән.
Битлек кейгән малайҙар унда үтеп инеп крандың биген һүтеп алған. Һөҙөмтәлә ергә 120 тонна нефть түгелгән. 150 квадрат метрҙа ер бысранған. Полиция хеҙмәткәрҙәре уғрыларҙы асыҡлаған. Улар 8-се 9-сы синыф уҡыусылары булып сыҡҡан.
Вентилдәрҙе малайҙар тимер һыныҡтары ҡабул итеүселәргә тапшырған. Енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙе «Урлашыу» статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала.
Рафиҡ Әхмәтшин




