Балалар командаларға бүленеп төрлө һөнәрҙәр буйынса иң оҫталарҙы асыҡлай, спорт ярыштарында көслөләрҙе билдәләй. Бөгөн лагерҙа – спорт көнә. Мауыҡтырғыс программаны БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Майҙан космос, нефть, нано, техно, гидро тигән исемдәрҙән яңғырап тора. Бөтә донъяға билдәле, ҡеүәтле корпорациялар. Тик был юлы улар балалар командаларының атамаһы.»Росинка» лагерының программаһы «Ворлдскилс» чемпионатына нигеҙләнеп ҡоролған. Смена барышында төрлө һөнәрҙәр уйынса оҫталыҡ ярыштары үтә. Өфөнән Резеда Гәрәева бында тәүге тапҡыр, әммә төркөмдәштәре менән дуҫлашып өлгөргән.
Бөгөн лагерҙа – спорт көнө. Отрядтар араһында төрлө спорт төрҙәре буйынса көслөләр асыҡлана. Футболда «Роскосмос» командаһына етеүсе булманы.
Лагерҙа 170-кә яҡын бала ял итә һәм һаулығын нығыта. Уларҙың күбеһе Өфө ҡалаһынан, респубулика райондарынан, сит төбәктәрҙән килеүселәр ҙә бар. Отрядтар өлкәндәргә, уртансыларға һәм кескәйҙәргә бүленгән. Һәр йәш төркөмөндә икешәр отряд. Иң бәләкәйҙәр «Роснано» командаһы тип атала. Улар нано һүҙенең мәғәнәһен бигүк аңламаһа ла, ҡеүәтле корпорация исемен йөрөтөүҙәре менән ғорурлана.
Лагерҙа Өфөләге шорт-трек үҙәгенең балалар командаһы ла ял итә. Спортсыларҙың үҙ программаһы, улар күберәк йүгереү, шөғөлләнеү менән мәшғүл. Ваҡыттары булғанда башҡа балалар менән дә аралашып өлгөрәләр.
«Росинка» Өфө районында урынлашҡан тарихи ял-һауыҡтырыу лагерҙарының береһе. Уның ярты быуаттан ашыу тарихы бар. Педагогтар әйтеүенсә, әгәр ҙә ҡасандыр ошонда ял иткән өлкән быуын вәкилдәре хәҙер балаларын килтерә икән, был иң юғары баһа. Тимәк, лагерҙа үҙ эшенең оҫталары эшләй һәм ул ғүмергә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итә.
Башҡортостанда быйыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороу менән 1 мең 545 учреждение шөғөлләнә. Был иҫәпкә ял, һауыҡтырыу, хеҙмәт, спорт, мәктәп яны лагерҙары инә. Каникул осоронда 390 мең тирәһе бала ял итәсәк, йәғни 75 процент тип әйтергә мөмкин. Быйыл бюджеттан финанслау күләме лә артҡан, йәйге ялды ойоштороуға 1 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 280 миллион һумға күберәк.
Рәмзиә Кәримова




