Урып-йыйыу эштәренә республикала 800-ләп ауыл хужалығы техникаһын йәлеп итеү ҡаралған. Иглин районы аграрийҙарында ла эш көйлө бара. Бөгөнгә 11 мең тонна бесән һәм 27 мең тонна сенаж әҙерләнгән.
Был пландың 70 проценты. Ҡалтыман ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығы төбәктәге эре ойошмаларҙың береһе. Һыйыр малынан тыш, йылҡы һәм һарыҡтар ҙа аҫрала. Шуға ла йүнселдәр быйыл эште ике тапҡырға арттырып үтәргә ниәтләй. Быға күп йыллыҡ үләндәрҙең муллығы һәм яҙ алынған яңы техника ла булышлыҡ итер тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин




