Һөнәрҙең артығы юҡ. Өфө районы лагеры йәйге ялды “Ворлдскилс” чемпионаты нигеҙендә ойошторған. “Росинка” лагеренда балалар командаларға бүленеп төрлө һөнәрҙәр буйынса иң оҫталарҙы асыҡлай. “Роскосмос” отрядында тәрбиәләнеүсе Резеда Гәрәйева әйтеүенсә, үҙенсәлекле ял итеү программаһы бик оҡшай.




