Өфөлә Республика Һуғыш ветерандары клиник госпитале төҙөү өсөн майҙансыҡ һайлана

Өфөлә Республика Һуғыш ветерандары клиник госпитале төҙөү өсөн майҙансыҡ һайлана. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Госпиталь урынлашҡан әлеге бина 19-сы быуатта төҙөлгән. Ул мәҙәниәт һәм мираҫ һәйкәле иҫәпләнә. Шуға яңы дауахана төҙөргә кәрәк. Проектҡа ярашлы, госпиталь 550 урынлыҡ була. Поликлиникаһы көнөнә 300 кешегә иҫәпләнә. Биналар майҙаны яҡынса 45 мең квадрат метр була. Республика Һуғыш ветерандары клиник госпиталенең яңы бинаһы Өфөнөң 450 йыллығына юбилейлы объекттар исемлегенә ингән.

Фото №1 - Өфөлә Республика Һуғыш ветерандары клиник госпитале төҙөү өсөн майҙансыҡ һайлана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ