Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев мәктәп ремонты менән танышты

Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев мәктәп ремонты менән танышты. Парламентарий Дәүләкән һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында булды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Яңы мәктәп” проектына ярашлы Дәүләкән ҡалаһында 4-се лицей ремонтлана. Павел Качкаев шулай уҡ Калиновка ауылында Халыҡ-ара аэройыһан мәктәбе эшмәкәрлеге менән танышты. Ҡырмыҫҡалы районында Константиновка һәм Олокүл ауылдарында мәктәптәр төҙөкләндерелә. Павел Качкаев Һәүәләй ауылында почта бүлекәсеһендә ремонт барышы менән дә танышты. Федераль проектҡа ярашлы мәктәптәр һәм уның биләмәһе тәртипкә килтерелә. Депутаттар үҙ төбәктәрендә ремонт барышын күҙәтеп барырға тейеш.

Фото №1 - Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев мәктәп ремонты менән танышты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ