Башҡортостан делегацияһы Иранға рәсми сәфәр менән барырға йыйына

Башҡортостан делегацияһы Иранға рәсми сәфәр менән барырға йыйына. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә шулай тип яҙа. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми вәкилдәрҙең сәфәре октябргә планлаштырыла. Бизнес-миссияға эшҡыуарҙар һәм ойошма вәкилдәре ҡушыла ала, тип яҙа Андрей Назаров. Башҡортостан ислам республикаһы менән электән сауҙа итә. Былтыр тауар әйләнеше ете тапҡырға артып 121 миллион долларға еткән. Быйыл апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иран вице-президенты Сорена Саттари менән осрашты. Унда хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса фекер алышыу булды.

Фото №1 - Башҡортостан делегацияһы Иранға рәсми сәфәр менән барырға йыйына
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ