Өфө лимонарийын реконструкциялауға 1 миллиард һум бүленә

Өфө лимонарийын реконструкциялауға 1 миллиард һум бүленә. Төҙөкләндереү 2023 йылда башлана һәм ике йыл дауам итә. Проектҡа ярашлы питомник майҙаны 2 гектарға киңәйә, теплицаларҙың бейеклеге 15 метрға етергә тейеш. Бынан тыш, лимонарийҙа ял итеү биләмәһе, кафе, автомобиль ҡуйыу урындары барлыҡҡа килә. Өфө лимонарийы 1990 йылда эшләй башлай. Бында тропик һәм субтропик үҫемлектәр үҫә. Йыл һайын 30 меңдән ашыу кеше экскурсияға килә.

Фото №1 - Өфө лимонарийын реконструкциялауға 1 миллиард һум бүленә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ