Башҡортостандағы Евразия фәнни-мәғариф үҙәге илдә тәүге өсәү исемлегендә

Башҡортостандағы Евразия фәнни-мәғариф үҙәге илдә тәүге өсәү исемлегендә. Проект юғары уҡыу йорттары, ғилми ойошмалар һәм предприятиеларҙы берләштерә. Фәнни-мәғариф үҙәге эшмәкәрлеге ғалимдарҙың асыштарын ғәмәлдә ҡулланыуға булышлыҡ итеү һәм продукцияны сит илгә сығарыуға ҡайтып ҡала. Республика Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡаҙыханов һөйләй.

Башҡортостандағы Евразия фәнни-мәғариф үҙәге илдә тәүге өсәү исемлегендә

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Евразия фәнни-мәғариф үҙәге нигеҙендә ойошторолған яңы юғары уҡыу йорто – Өфө фән һәм технологиялар университеты тураһында һөйләшеү була. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү мәсьәләһе буйынса брифинг ойошторола. Тура эфир киске сәғәт  етелә башлана.

Фото №1 - Башҡортостандағы Евразия фәнни-мәғариф үҙәге илдә тәүге өсәү исемлегендә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ