Өфөлә киләһе аҙнала Пугачев урамы ремонтҡа ябыла

Өфөлә киләһе аҙнала Пугачев урамы ябыла. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Геофизиктар урамынан Бородин урамына тиклем арауыҡта ремонт башлана. 25 июлдән бында транспорт хәрәкәте сикләнә. Халыҡ өсөн урау юл һалынды. Ул Геофизиктар, Һынаусылар һәм Бородин урамдары аша үтә. Урау юлдың оҙонлоғо 3 километр. Әле бында төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә. Пугачев урамында ремонт 2024 йылдың июленә тиклем дауам итә. Реконструкция Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан планға ингән.

Фото №1 - Өфөлә киләһе аҙнала Пугачев урамы ремонтҡа ябыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ