Башҡортостан Йәмәғәт палатаһына ике яңы ағза алынды. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Йәмәғәт палатаһына Башҡортостан сик һаҡсылары союзы рәйесе Валерий Черных һәм Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсылар музейы хеҙмәткәре Оксана Мальцева ҡабул ителде. Ростислав Мырҙағолов һәм Евгения Мельникова Йәмәғәт палатаһы составынан сығарылды.







