Республикала ковидҡа ҡаршы вакцина уэшләү дауам итә

Төбәктә инфекция таралыу менән бәйле сикләү саралары туҡтатылып торһа ла, коллектив иммунитетты кәметмәү мөһим. Белгестәр фаразлауынса, яңы коронавирус тулҡыны көҙгә күтәрелеүе ихтимал.

 Ревакциянация үтеү буйынса саралар Кушнаренко районында ла үтә. Халыҡ уңайлығы маҡсатында ауылдар буйынса хәрәкәт иткән тәгәрмәсле медицина пункты ла булдырылған.

Бөгөнгә районда 25 меңдән ашыу пациентҡа прививка яһалған, йыл башынан 6400 кеше ревакцинация үткән. Ҡайтанан вакцина ҡуйҙырыу буйынса план август аҙағына тамамланырға тейеш. Ә республика буйынса ревакциянацияны 660 мең самаһы кеше үткән.

Фото №1 - Республикала ковидҡа ҡаршы вакцина уэшләү дауам итә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ