Өфөнөң мәшғүлек үҙәгендә «Төҙөлөш» тармағы буйынса вакансиялар йәрминкәһе уҙҙы

Хеҙмәт баҙарында башлыса ташсылар, бетонсылар, арматурасылар, слесарҙарға ихтыяж юғары булыуы билдәләнде. Дәүләт һәм шәхси предприятиеларҙың кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре эш эҙләүселәр менән осрашып, резюмеларын ҡараны. 

Әйтәйек, «Сурсис» компанияһына юл эшселәре, водитель, тракторсы, яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлаусы, урам йыйыштырыусылар талап ителә.

Вакансиялар йәрминкәһенә иллегә яҡын кеше килде, улар араһында ҡала буйынса  мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тороусылар ҙа булды. Күптәргә эшкә урынлашыу буйынса әңгәмә үтеүгә йүнәлтмә тапшырылды.

Быға тиклем электрогазосварщик булып төрлө предприятиеларҙа эшләнем. Бишенсе разрядым бар. Әле Өфөнөң Калинин районы буйынса мәшғүллек үҙәгендә иҫәпкә торҙом. Йүнәлтмә буйынса бөгөнгө сараға ебәрҙеләр. Ҡала эсендә барған төҙөлөштә эш табырға ине.

Руслан Камалетдинов, эш эҙләүсе
Фото №1 - Өфөнөң мәшғүлек үҙәгендә «Төҙөлөш» тармағы буйынса вакансиялар йәрминкәһе уҙҙы

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ